Алға аныҡ маҡсаттар менән
02 марта 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Ауыл биләмәләре башлыҡтарының 2017 йылда башҡарылған эштәр буйынса халыҡ алдында отчет тотоуы дауам итә. Уның сираттағыһы 19 февралдә Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһендә ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышы рәүешендә үтте. Ултырышта район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, уның социаль мәсьәләләр һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫарҙары Руслан Салауатов менән Фуат Кейекбаев, район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, район Советы секретары Римма Зверева, мәғариф бүлеге етәксеһе Зөһрә Әхтәмова, Үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Хәкимйән Сәфәрғолов, район эске эштәр бүлеге, янғын һағы хеҙмәткәрҙәре, ауыл Советы депутаттары, биләмәгә ҡараған ауылдар кешеләре ҡатнашты.
Еҙем-Ҡаран ауылы мәҙәниәт йортонда үткән йыйылышҡа билдәләнгән ваҡытҡа халыҡ дәррәү йыйылды. Башта улар һәүәҫкәрҙәр һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығындағы концерт номерҙарын ҡараны.
Былтырғы эш һөҙөмтәләре буйынса төп доклад менән Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнова сығыш яһаны.
Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы башта ауыл биләмәһе хаҡында дөйөм мәғлүмәт бирҙе. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе 11 ауылды үҙ эсенә ала. 828 шәхси хужалыҡ иҫәпләнеп, 1826 кеше йәшәй. Шуларҙың 403-ө пенсио-нер булһа, эшкә һәләтле йәштәгеләр - 945 (вахта ысулы менән эшкә йөрөүселәр 120 тирәһе), 197 уҡыусы, мәктәпкәсә йәштәге балалар һаны – 101 (шуларҙың 69-ы балалар баҡсаһына йөрөүселәр). 3 мәктәп эшләп килә. Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә – 115 (мөмкинлектәре сикле 2 бала өйҙә уҡытыла), Үзбәк төп дөйөм белем биреү мәктәбендә - 70 һәм уларҙың ҡарамағында бер аҙ комплектлы башланғыс Оло Үтәш мәктәбендә 14 уҡыусы белем һәм тәрбиә ала. Еҙем-Ҡаран табип амбулаторияһы, 5 фельдшер-акушерлыҡ пункты, бер мәҙәниәт йорто, 3 ауыл клубы, М.Ғафури Йорт-музейы, бер модулле китапхана, янғын һағы бүлексәһе, 15 сауҙа нөктәһе, 4 мәсет, 2 шәхси пилорама, 1-әр машина ремонтлау сервисы һәм шиномонтаж бар. Ибраһим ауылында мәсет төҙөлөшө башланған, әммә аҙағынаса еткерелмәгән, Бәләкәй Үтәштә лә нигеҙ ҡоролған. Биләмә буйынса йәмғеһе 50 трактор иҫәпләнә.
Шәхси хужалыҡтарҙа һыйыр малдары һаны 2248 баш тәшкил итеп, шуның 670-һе һауын һыйырҙары, йылҡы малы – 98, һарыҡ-кәзәләр һаны – 3816, умарта күсе 3130 баш.
- План буйынса, ауыл биләмәһенең былтырғы бюджеты 2 миллион 911 мең һум тәшкил итте. Ә ғәмәлдә бюджет үтәлеше 3 миллион 620 мең һум булды, - тине биләмә башлығы сығышын дауам итеп. - 844 мең 440 һумлыҡ (планға ҡарата 112,69%) һалымдар йыйылған, 38 мең 180 һумы НДФЛ (килем һалымы 100,87%) булһа, 556 мең 690 һумы (100,74%) – физик шәхестәрҙең ергә, 38 мең һумы (102,7%) мөлкәткә һалымдар.
Былтыр ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү буйынса күп кенә эштәр башҡарылған. 7 яңы шәхси йорт һалынған, Төпәреш йылғаһы аша күпер ремонтланған. Ҡырсынташ алыу өсөн Ибраһим, Яңы Ерек ауылдарында карьерҙар асылған. Еҙем-Ҡаран ауылының Шишмә тыҡрығына, Ибраһимда Көнсығыш, Оло Үтәштә Дуҫлыҡ урамдарына ҡырсынташ түшәлгән. Еҙем-Ҡарандағы Саттаров, Дуҫлыҡ урамдары юлдары, Ҡыҙылъяр ауылы күпере ремонтланған. Еҙем-Ҡаран ауылында юл билдәләре урынлаштырылған, яһалма юл тигеҙһеҙлектәре һалынған. Элекке балалар баҡсаһы бинаһына үҙ көстәре менән ремонт яһап, ауыл хакимиәтен шул бинаға күсергәндәр. Капиталь ремонттан һуң Баҡраҡ ауылы клубы, шулай уҡ медпунктҡа косметик ремонт яһалып үҙ ишектәрен асҡан. Юл ремонтлауға – 410 мең 922 һум, төҙөкләндереүгә – 189 мең 077 һум, хәрби иҫәпкә – 184 мең 854 һум, мәҙәни сараларға – 45 000 һум, янғын һағы хеҙмәтен тотоуға – 152 мең 144 һум, хужаһыҙ объекттарҙы рәсмиләштереүгә – 50 000 һум, урамдарҙы яҡтыртыуға – 354 мең 321 һум, электр энергияһы, һыу өсөн – 34 мең 655 һум, Баҡраҡ ауылы клубын ремонтлауға – 186 мең 220 һум, материалдар һатып алыуға 92 мең 173 һум аҡса тотонолған.
Биләмәлә "Йомағолов” крәҫтиән-фермер хужалығы эшләп килә һәм унда 44 баш һыйыр малы иҫәпләнеп, шуның 20-һе һауын һыйырҙары. Былтыр дәүләткә 23 мең литр һөт һатылған. "Ю.Ғәйнуллин” КФХ-һы 2017 йылдың октябренән ойошторолоп, 30 баш һауын һыйырынан 12900 литр һөт һауылған. "Ф.Башарова” КФХ-һы былтыр март айынан эшләй. 61 гектар ерҙе ҡуртымға алып, сәселгән арпаның гектарынан 30 центнер уңыш үҫтереп алған.
Еҙем-Ҡаран һөт ҡабул итеү пунктына халыҡтан 292 мең 647 литр һөт йыйылып тапшырылған, 2016 йыл менән сағыштырғанда 50 тоннаға күберәк. Был эштә айырыуса һөт йыйыусылар Абдулла ауылынан Гөлнара Сәғитова менән Ришат Әбделмәнов, Бәләкәй Үтәштән Ринат Ғәйнуллин, Яңы Еректән Алексей Ивановтар әүҙемлек күрһәткән. Ә бына Ибраһим, Үзбәк ауылдарында был эш ойошторолмаған.
"Аныҡ эштәр” программаһы (ППМИ) буйынса биләмәгә 100 мең һум аҡса бүленеп, ул Еҙем-Ҡаран ауылына балалар майҙансығы алыуға тотонолған. Быйыл иһә М.Ғафуриҙың Йорт-музейы, мәҙәниәт йорто ҡоймаларын ремонтлау күҙаллана. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса йыйылыш уҙғарылып, халыҡ бер тауыштан трактор алыу мәсьәләһен күтәреп сыҡты.
Н.Хәсәнова үҙ сығышында биләмәләге мәҙәни тормошҡа, хужаһыҙ объекттарҙы рәсмиләштереү, шулай уҡ ауыл хужалығы ерҙәренән файҙаланыуҙы яйға һалыу, уларҙы рәсмиләштереү мәсьәләһенә лә туҡталды. Биләмәлә 716 пайсы үҙ ер өлөшөн рәсмиләштергән. 3945 гектар һөрөнтө ер "Ағиҙел” хужалығы тарафынан ҡуртымға алынған. Һәр ҡайҙағыса, биләмәлә демографик хәл дә һөйөндөрмәүе билдәләп үтелде, 2017 йылда 14 сабый донъяға килгән, 28 кеше мәрхүм булған.
Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Экология йылында башҡарылған эштәрҙе барланы. Киләсәккә пландары менән дә уртаҡлашты. Быйыл Бәләкәй Үтәш ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреү планлаштырылыуы хаҡында әйтте.
Артабан 9-сы һайлау округы депутаты Фирүзә Әбделмәнова, Үзбәк ауылы старостаһы Фәрғәт Ғәлин, Еҙем-Ҡаран амбулаторияһы мөдире Рафаэль Хәсәнов сығыш яһаны. Участка уполномоченныйы Айҙар Әбделмәнов райондағы криминоген хәл менән таныштырҙы, Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса янғын күҙәтеү эшмәкәрлеге начальнигы урынбаҫары Илгиз Ардаширов янғындар менән бәйле хәл-торошҡа байҡау яһаны, биләмәләге етешһеҙлектәрҙе барланы. Ибраһим ауы-лынан Динислам Мозафаров йәшәгән төбәкте тәртипкә килтереү, күберәк мал аҫрау, бергә берләшеп, бер төптән эшләргә кәрәклеген белдерҙе. Район етәкселегенән Абдулла ауылы фермаһын тергеҙеүҙә, ерҙәрҙе сәсеүҙә ярҙам һораны. Йыйылышта ҡатнашыусылар амбулаторияла "Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен, физкабинетты тергеҙеү, дарыухана асыу, ихатала сүп-сар яндырыу, йорттарға янғын ҡабыҙғысы (сигнализация) ҡуйҙырыу, Яңы Ерек – Үзбәк ауылдары араһында юлды ремонтлау, Баҡраҡ – Абдулла ауылдары араһындағы автомобиль юлын ағас баҫыу кеүек һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
Ултырышты йомғаҡлап, район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров ҡыҫҡаса райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе. Рәмил Зәкәриә улы ауыл биләмәһенә ҡараған "Ағиҙел” хужалығының банкрот булып иғлан ителеүен билдәләп үтте һәм артабан төбәк халҡының кооперативтарға берләшеүен көн талабы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Быны ҡулдан ысҡындырмаҫҡа, файҙаланып ҡалырға кәрәк, сөнки кооперативтарға һалым да юҡ, хөкүмәттән уғата ҙур ярҙам күрһәтелә, беҙҙән дә ярҙам буласаҡ, тине Р.Бохаров. Шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә лә туҡталды, шулай уҡ буш торған мәктәп-дауахана биналарының юҡҡа сығыуына юл ҡуймау маҡсатында уларҙа яңғыҙаҡ ҡарттар өсөн пансионаттар асыу мәсьәләһе нескәлектәрен өйрәнеү тәҡдимен халыҡҡа еткерҙе. Республика Хөкүмәтенән дә был мәсьәләнең яҡлау табыуын – беҙҙә пансионаттың пилот вариантын тәҡдим итеүҙәрен билдәләп үтте. Һәм быға яуап итеп Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба участкаларында пансионат асыу күҙалланыуы хаҡында белдерҙе. Әлеге мәлдә Татар Саскүле ауылы мәктәбен ҡарттар йорто итеп үҙгәртеп ҡороу буйынса эш бара. Еҙем-Ҡаран амбулаторияһы табибы Рафаэль Хәсәнов элекке Һаҡлыҡ банкы бинаһында дарыухана эшләй башлаясағын белдерҙе, "Ашығыс ярҙам”, физкабинетты тергеҙеү мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителеренә өмөтләндерҙе. Шулай уҡ ауылдар халҡының үҙ һаулығына ҡарата битарафлыҡтан арынып, флюорография (биләмәгә күсмә флюорография ла ебәрелгән булған) үтеүгә, диспансерлаштырыуға аңлап ҡарау теләген еткерҙе. Район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы етәксеһе булараҡ, юлдарға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.
Дөйөм алғанда, ауыл биләмәһенең 2017 йылғы эшмәкәрлеге ыңғай баһаланды. Ултырыш һуңында ҡарар ҡабул ителде һәм ошоноң менән Еҙем-Ҡаран ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышы үҙ эшен йомғаҡланы.
Индира ИШКИНА.