Эшҡыуарлыҡ тармағы үҫешә
07 марта 2018 йыл | Урындағы үҙидара


Үтәк ауыл биләмәһе ауыл советы депутаттарының асыҡ ултырышында район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, район Советы секретары Римма Зверева, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, янғын һағы, полиция хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы ҡатнашты.
Ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Бохаров былтырғы эшмәкәрлектәренә байҡау яһаны. Ауыл биләмәһенә ҡараған Үтәк, Туғай, Игенселәр, Иҡтисад ауылдарындағы 375 хужалыҡта 949 кеше йәшәй. Шуларҙың 365-е пенсионер, 275-е эшкә яраҡлы йәштә, 177-е 18 йәшкә тик-лемге балалар һәм уларҙың 63-сө уҡыусы. Үтәк башланғыс мәктәбендә – 17, Туғайҙа 7 бала уҡый. Ике ауылда ла балалар баҡсаһы эшләп килә. Халыҡтың 82-е бюджет өлкәһендә, 46-һы вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Былтыр 29 кеше мәрхүм булған, ни бары 3 сабый тыуған. Ике кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Ауыл хужалығы тармағында электән эшләп килгән "Фәйезов Ғ.З.”, "Мөьминов Р.В.” крәҫтиән хужалыҡтарына һуңғы йылдарҙа "Рәжәпов Р.В.”,”Ғафаров Р.Ғ”, "Арсланов А.Ә.”, "Латипова Л.В.”, "Богданов А.А.” "Ғиззәтуллин Р.Ш.” шәхси эшҡыуар крәҫтиән хужалыҡтары ла өҫтәлгән.  "Ғафаров Р.Ғ.” һәм "Рәжәпов Р.В.” хужалыҡтары һөт һәм ит етештереү менән шөғөлләнә. Ауыл биләмәһендә ауыл хужалығы кооперацияһы булдырыу өҫтөндә эш алып барыла. Ауыл халҡы 498 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 220 баш һауын һыйыры, 720 баш һарыҡ-кәзә, 21 баш ат аҫрай, 590 баш умарта күсе тота. Үтәктән Рауил Малиҡов, Динар Камалов, Наил Маннанов, Туғайҙан Фәнзил Рәхмәтуллин, Рим Йәрмөхәмәтов, Игенселәрҙән Раил Сабитов, Хәлит Мәхмүтов күпләп мал-тыуар аҫрай. Ауыл биләмәһендә күпләп мал аҫрау өсөн бар мөмкинлектәр ҙә бар, тип билдәләне сығыш яһаусы.
Урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлегендә ауыл старосталарының роле ҙур. Былтыр Туғай ауылы старостаһы Фәрит Сәғитов мәрхүм булғандан һуң уның урынына ауыл советы депутаты Фәнил Сәлихов һайланған. Үтәктә Ишбулды Ғиззәтуллин, Игенселәрҙә Камил Әсфәндийәров һәр саҡ халыҡ араһында булып, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ауыл биләмәһе башлығының төп ярҙамсыһы булып торалар.
Былтыр ауыл биләмәһендә байтаҡ эштәр башҡарылған. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып Үтәк ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә балалар майҙансығы урынлаштырылған. Был маҡсатҡа 1 миллион 50 мең һум аҡса тотонолған һәм шуның 750 мең һумы республика бюджетынан йәлеп ителгән. Бынан тыш Игенселәр ауылында зыярат кәртәләүгә 100 мең, Үтәк һәм Игенселәр ауылдарындағы юлдарҙы ремонтлауға 200 мең, Туғайҙа балалар майҙансығы булдырыуға 100 мең һум аҡса тотонолған. Үтәк ауылы зыяраты өлөшләтә профнастил менән уратып тотолған һәм был эште дауам иттереү ҡарала. "Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Игенселәр ауылына ла балалар майҙансығы алынған, Үтәктә Чкалов һәм Буденный урамдарының һыу торбалары яңыртылған. Шулай уҡ ауыл урамдарын яҡтыртырға 100 мең, биләмәгә роторлы ҡар көрәгес алыуға 560 мең һум аҡса йәлеп ителгән. Сығыш яһаусы билдәләүенсә, быйыл юл ремонтлауға 200 мең, төҙөкләндереү эштәренә 300 мең һум аҡса йүнәлтеү ҡарала. Үтәк ауылында һыу үткәргесте капитал ремонтлау күҙаллана. Был маҡсатҡа республика фондынан 12 миллион һум, проект-смета документтары әҙерләүгә район бюджетынан 320 мең һум аҡса йәлеп итеү ҡарала. Шулай уҡ быйыл Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса Туғай ауылы зыяратын кәртәләү, "Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Туғай ауылы клубын ремонтлау планлаштырыла.
Биләмә бюджеты 5 миллион 376 мең һум тәшкил итеп, шуның 966 мең һумы (18 процент) үҙ килемдәре булһа, ҡалғаны дотация. 253 мең һумға ер участкалары һатылған, мөлҡәтте ҡуртымға биреүҙән 107 мең һум килем кергән.
Былтыр ауыл биләмәһендә янғын осрағы булмаған. Был йәһәттән янғын һағы депоһында эшләүсе Илшат Вәлиев, Илдус Ғиззәтуллиндың, ауыл электригы Зәки Мырҙағоловтың эшмәкәрлеге ҙур, тип билдәләне ауыл биләмәһе башлығы.
Биләмәлә 16 эшҡыуар уңышлы эшләп килә. Урман эше, ағас эшкәртеү, ауыл хужалығы, көнкүреш тауарҙарын һатыу, тимерселек, йәнлекселек өлкәһендә уңышлы эш алып баралар. Улар ауыл биләмәһендә уҙғарылған сараларға теләп бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Сығыш яһаусы шулай уҡ социаль ярҙам, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, транспорт хеҙмәте күрһәтеү, төҙөкләндереү, ауыл советы эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. Фекер алышыуҙа ауыл советы депутаты Винер Бохаров, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлназ Маннанова, ветерандар советы рәйесе Әнүәр Арсланов сығыш яһанылар. Полицияның участка уполномоченныйы Айҙар Әмирханов хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендәге закондарға үҙгәрештәр индерелеүе менән таныштырҙы, төбәктәге кримоноген хәл, район-ара янғын күҙәтеү һәм профилактикалау бүлеге начальнигы урынбаҫары Илгиз Ардаширов янғын хәүефһеҙлеге хаҡында  бәйән итте. Һорауҙар ҙа байтаҡ ҡына булды. Автобус хәрәкәте, сәсеүлектәрҙе малдан тапатмау, газ яғыулығы ҡулланған өсөн иҫәп приборҙарыныҡынан байтаҡҡа артыҡ счет ебәреүҙәре, "Башкиргаз” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренең халыҡты тупаҫ хеҙмәтләндереүе, ҡайһы бер эшҡыуарҙарҙың эш хаҡын "конвертта” биреүе тураһындағы мәсьәләләр күтәрелде. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов һорауҙарға яуап бирҙе, урында хәл итеп булмай торғандарын яҙып алды. Дөйөм алғанда, ауыл советы депутаттарының асыҡ ултырышы эшлекле шарттарҙа үтте.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.