Яҙ һәм наҙ байрамы менән!
07 марта 2018 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Яҙ һәм наҙ байрамы менән! 
Һеҙҙең барығыҙҙы ла яҙҙың тәүге байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайым. Был байрам яҙ һулышы менән бергә еребеҙгә матурлыҡ, нәзәкәтлек, яңырыу алып килә.
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы беҙ йыш ҡына йорт йылыһын, ғаилә усағын һаҡлаусы итеп кенә күҙ алдына килтерергә өйрәнгәнбеҙ. Гүзәл заттарыбыҙ был этапты күптән үтеп бөгөн ирҙәр менән бер ҡатарҙан йыһанды үҙләштерә, сәйәсәттә әүҙем ҡатнаша, халыҡ хужалығының барлыҡ тармаҡтарында емертеп эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар райондың социаль-иҡтисади үҫешенә лә тос өлөш индерә. Йылдам рәүештә эшҡыуарлыҡ тармағын үҙләштерә, ауыл хужалығында, хоҡуҡ һаҡлау органдарында, башҡа тармаҡтарҙа хеҙмәт итә. Ә мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙан тыш күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел.
Ҡатын-ҡыҙҙар райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Һәр ауыл биләмәһендә ҡатын-ҡыҙҙар советы эшләп килә, Ағинәйҙәр хәрәкәте лә үҫеш ала, район Советы, ауыл биләмәһе советтарында ҡатын-ҡыҙ депутаттарыбыҙ үҙидаралыҡ органдары эшмәкәрлегенә үҙ өлөшөн индерә. Ауылдарҙа ағинәйҙәр бөгөнгө көнитмешебеҙгә ныҡлы үтеп инә барған скандинавса йөрөүҙе башлап ебәрҙе һәм был спорт төрө халыҡ араһында киң танылыу яулар тип ышанғы килә. Үҙҙәре лә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, йәштәрҙе лә ошо эшкә ылыҡтырған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың башланғысы маҡтауға лайыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ошондай эштәрҙең һәр саҡ башында тора һәм һеҙгә "Афарин!”дан башҡа һүҙ юҡ.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!
Һеҙҙе 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайым. Һеҙгә киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡ, ҡыуаныстар теләйем. Һәр саҡ шулай наҙлы, матур, һөйкөмлө булып ҡалығыҙ.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.