Күперҙәр яңыртыла
13 марта 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Күперҙәр яңыртыла
Күперҙәр яңыртыла
Районда иҫке күперҙәрҙе яңыртыуға ҙур иғтибар бирелә.
Красноусолдың Лес-промхоз урамында Бәләкәй Төлкәҫ аша һалынған күпер ошо төбәктә йәшәүселәр өсөн сығып йөрөүгә хәүефле ине. Былтыр көҙ – ноябрь, декабрь айҙарында район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшселәре көсө менән күперҙең полотноһы яңыртылып, уның эргә-тирәһе төҙөкләндерелеп, ҡом-ҡырсын түшәлде. Хәҙер был күпер сығып йөрөү өсөн хәүеф тыуҙырмай.