Һорауҙар урында хәл ителә
30 марта 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Ауыл биләмәһе башлығы Валерий Локоленко былтырғы эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһаны, киләсәккә бурыстар билдәләне. Ауыл биләмәһе ҙур түгел - Толпар һәм Ерек-ле ауылдарындағы 74 хужалыҡта 292 кеше йәшәй. Биләмә бюджеты 2 миллион 300 мең һум тәшкил итә һәм ул тулыһынса тип әйтерлек район һәм республика бюджетынан бүленгән дотациянан тора. Былтыр ни бары 46 мең һум килем алғандар. Толпар ауылында ике магазин иҫәпләнһә лә уның береһе тик йәй көндәрендә генә эшләй. Биләмәлә "Артыш”, "Аҡташ” туристик базалары эшләп килә. Башланғыс мәктәп, почта, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Почта бүлексәһе аҙнаһына өс көн генә эшләй. Поч-та килтереүҙе лә аҙнаһына бер тапҡыр ғына ҡалдырырға ниәтләнеүҙәрен, быға ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп, Талбазы почтамтына рәсми хат яҙыуҙарын белдерҙе биләмә башлығы. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының филиалы булып иҫәпләнгән башланғыс мәктәптә 5 бала белем ала, тиҫтәләгән бала балалар баҡсаһына йөрөй. Ауылдан Красноусол башҡорт гимназия-интернатында 27 уҡыусы белем ала, бер бала Өфө ҡалаһында уҡый. Ауылдан 16 студент төрлө уҡыу йорттарында һөнәр үҙләштерә.
Ауыл халҡы башлыса мал аҫрап, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп, ағас эше менән кәсеп итеп донъя көтә. Ауылда 6 пилорама эшләп килә. 61 хужалыҡта мал аҫрайҙар. Барлығы 256 баш һыйыр малы, 89 баш ат, 106 баш һарыҡ-кәзә, 735 баш умарта күсе иҫәпләнә. Йәй көндәрендә төбәккә туристар ағымы арта, йүкә сәскә атҡан осорҙа төрлө төбәктән умартасылар килеп тула. Ошо осорҙа ауыл халҡына үҙҙәренән артҡан ауыл хужалығы продукцияһын һатып ебәреү мөмкинлеге арта һәм бынан файҙаланыусылар байтаҡ.
Сығыш яһаусы биләмәләге төҙөкләндереү эштәренә лә туҡталды. Ауыл урамдарына өлөшләтә ҡырсынташ түшәлгән, зыярат төҙөкләндерелгән. Быйыл ауыл урамдарына юл билдәләре урынлаштырыу, зыяратты кәртәләп бөтөрөү, сүплекте тәртипкә килтереү, балалар уйын майҙансығын төҙөкләндереү эштәре башҡарыу күҙ уңында тотола. Шулай уҡ Еҙем йылғаһы ярын нығытыуҙы дауам итеү бурысы ҡуйыла. Ауыл эргәһендәге ерҙәр, шул иҫәптән ауыл сүплеге урынлашҡан ер Федераль дәүләт урман фондына ҡарай һәм уларҙы ауыл биләмәһе ҡарамағына күсереү буйынса эштәр башҡарыу бурысы тора. Был эш бик сетерекле һәм ауыл биләмәһе башлығы ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса РФ Дәүләт Думаһы депутатына, Экология министрлығына мөрәжәғәт итеүен әйтеп үтте. Шулай уҡ ауыл биләмәһенә терегөмөшлө лампаларҙы утилләштереү буйынса махсус контейнер урынлаштырыу талап ителә. Былтыр Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, ауыл клубын ремонтларға ниәтләнгәндәр. Әммә тейешле мәрәй йыя алмағанлыҡтан, программаға инә алмағандар. Уның ҡарауы "Аныҡ эштәр” проекты буйынса клуб итеп файҙаланған бина ишеге яңыртылған, музыка аппаратураһы һатып алынған.
Ауыл биләмәһе башлығы артабан янғын хәүефһеҙлеге, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү, мәҙәниәт тормошо, йәмәғәт
ойошмалары эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте. В.Локоленконан һуң ауыл Советы депутаты Риф Ваһапов, полицияның участка инспекторы Айҙар Әмирханов, табип Ирек Фәйзуллин, Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса янғын күҙәтеү эшмәкәрлеге начальнигы урынбаҫары Илгиз Ардаширов сығыш яһаны. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев ултырышҡа йомғаҡ яһаны, һорауҙарға яуап бирҙе. Ошоноң менән асыҡ ултырыш үҙ эшен тамамланы.
С.ТИМЕРОВ.