Урманды янғындан һаҡлайыҡ!
10 апреля 2018 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Һәр кем ҙур шатлыҡ һәм яңы өмөттәр менән көтөп алған яҙ-йәй осоро етә. Алда торған отпус-кылар, ял көндәрендә тәбиғәткә сығыу, йорт яны баҡсаларында эшләү хаҡындағы уйҙар күңелгә сикһеҙ рәхәтлек бирә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр ҡар иреп, ташҡан һыуҙар ҡайтып бөтөү менән урман янғындары башланыу хәүефе лә артыуын онотоп ебәрә. Ҡоро үләнде, сүп-сарҙы үртәгәндә, усаҡ яҡҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеү, тәмәке төпсөгөн һүндермәй ырғытып китеү ҙур бәлә килтереп сығарырға һәләтле.
Шуға ла һаҡ һәм иғтибарлы булығыҙ, янғын-фәлән күреп ҡалһағыҙ, диспетчер хеҙмәтенә: 8 (34742) 18-14-14 йәки 8 800 100 94 00 телефонына шылтыратығыҙ.
БР "Ғафури урман хужалығы” ДАУ-ы хакимиәте.