Иң кәмдән дә кәм булмаһын
10 апреля 2018 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Эшҡыуарҙар иғтибарына!
2017 йылдың 28 декабрендә ҡабул ителгән 421-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме айына 9489 һум тәшкил итә.
Бынан тыш, әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһы Рәсәй Президенты В.В.Путин индергән закон проектын ҡарай, был проект буйынса, 2018 йылдың майынан минималь айлыҡ эш хаҡын эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы кимәленәсә күтәреп, айына 11163 һумға еткереү күҙаллана.
Эш биреүселәр эшләүселәргә эш хаҡын минималь айлыҡ эш хаҡы күләменән кәмерәк түләгән, шулай уҡ эшселәренә законһыҙ рәүештә төрлө штрафтар (түләүҙәр) һалған осраҡта, намыҫһыҙ эш биреүселәргә административ, йәиһә енәйәт яуаплылығы янай.
Светлана ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
район хакимиәте башлығы урынбаҫары.