Техника төҙөк булғас, кәйеф тә күтәренке
10 апреля 2018 йыл | Урындағы үҙидара, Ауыл хужалығы

Бының тап шулай булыуы предприятиела уҙған техник тикшереү барышында күренде лә инде. Предприятиелағы 16 берәмек техниканың 12-һе әҙерлек һыҙығына ҡуйылып, "Гостехнадзор”ҙың район инспекцияһы начальнигы  С.Лукин тарафынан баһаланды. Уға хужалыҡтың баш инженеры Б.Нурисламов менән баш механик В.Сәфәрғәлиев ярҙамлашты. Техник "имтиханға” тип-тигеҙ рәт итеп, бер яҡҡа тик "МТЗ” маркалы (7-әү) тракторҙар, икенсе рәткә ҡеүәтле техника теҙеп ҡуйылғайны. 18 марттан ғәмәлгә ингән ҡағиҙәгә ярашлы, тракторҙарҙың һәр ҡайһыһының кабинаһында яҡтылыҡ сағылдырыусы жилеттар ҙа  күренә. Шулай уҡ страховкалары ла бар, тик май айында  уны оҙайтырға кәрәк буласаҡ. "Имтихан алыусы” медицина аптечкаһы һәм техникала булырға тейешле башҡа ваҡ-төйәк хаҡында механизаторҙарҙың иҫтәренә төшөрөүҙе лә кәрәк тип тапманы, сөнки улар әйтеүҙе  көтмәйенсә барыһын да үҙҙәре тәҡдим иттеләр.
Хужалыҡҡа механизаторҙар Игенйылға, Ҡотлоғужа, Антоновка, Родина, Заречный ауылдарынан йөрөп эшләй. Бына, мәҫәлән, алдынғылар иҫәбендәге ағалы-энеле Марсель менән Данис Рәхмәтуллиндар Игенйылға ауылынан. Шулай уҡ ауылдаштары, 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә булған Радик Ҡотлозаманов та маҡтаулы механизатор, тиҙҙән пенсияға сығасаҡ.
Комиссия 35 йыл буйына баҫыуҙарҙы иңләп буйлаған "МТЗ-80” тракторын да ентекләп ҡарап сыҡты. "Был иҫкереү сигенә еткән техниканы иҫәптән төшөрөргә ваҡыт түгелме?” – тип баш белгестәрҙән һорауға, уның хужаһы Ришат Нафиҡов (Ҡотлоғужа ауылынан) яуабын да шундуҡ тапты, әлегә эшләрлеге бар әле уның, бары тик руль системаһын һәм тәҙрә таҙартҡысын (дворник) ғына рәтләргә кәрәк. Йәнә бер "МТЗ-80”-дә Игенйылға ауылынан Филарет Юнысов эшләй. "МТЗ-1221”-ҙе Евгений Янновҡа ышанып тапшырғандар. Тәжрибәле механизаторҙар динас-тияһының бер вәкиле булған Дмит-рий Михайлов иһә ике тракторҙы әҙерлек һыҙығына ҡуйған. "К-700” Родина ауылынан Зөфәр Дәминевҡа беркетелгән. Уның техникаһына ҡарата бигүк ҙур булмаған иҫкәртмәләр булды: ялғанышын тарттырырға, лампочкаһын алыштырырға кәрәк.
Ике "BELAROS-1822-3”-төң тәүгеһендә Заречныйҙан Руслан Ильясов, икенсеһендә Игенйылғанан Илдус Юнысов эшләй. "Fendt Vario-933” Марсель Рәхмәтуллинға, ә "Claas Ares”  Мансаф Зәйнетдиновҡа беркетелгән. Механизаторҙар әйтеүенсә, бындай сит ил техникаһында эшләүе бик еңел һәм уңайлы.
Тырыш, техниканы биш бармағылай белгән механизаторҙары һәм ныҡлы әҙерлекле техникаһы менән "Восход-СТ” хужалығы яҙғы баҫыу эштәрен үҙ ваҡытында һәм сифатлы итеп атҡарып сығыр, тип ышанғы килә.
Индира ИШКИНА.