Декларация биреү кемдәргә мотлаҡ түгел?
10 апреля 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Законда яңылыҡ
Алкоголле һәм спиртлы продукция етештереүгә һәм уның әйләнешенә дәүләт контроле тураһындағы Федераль законға индерелгән үҙгәрештәр (1995 йылдың 22 ноябрендәге 171-ФЗ һанлы законға 2017 йылдың 29 июлендә индерелгән 278-ФЗ һанлы закон) үҙ көсөнә инеү менән бәйле, алкоголле продукцияны ваҡлап һатыу менән шөғөлләнеүсе ойошмалар алкоголле продукцияны (һыра һәм һыра эсемлектәре, сидр, пуаре һәм бал балынан башҡаларын) ваҡлап һатыу күләме тураһында декларация тапшырыу талабынан азат ителде.
Шул уҡ ваҡытта ваҡлап һатыуҙы декларациялау түбәндәге осраҡтарҙа мотлаҡ булып ҡала:
- Интернет селтәре тотмаған тораҡ пункттарҙа һатылыусы алкоголле продукцияға (Башҡортостан Республикаһындағы бындай тораҡ пункттар исемлеге БР Хөкүмәтенең 2017 йылдың 29 ноябрендәге 564-се ҡарары менән раҫланған);
- дөйөм туҡланыу хеҙмәттәре күрһәткәндәге алкоголле продукцияға;
- һыра һәм һыра эсемлектәренә, сидр, пуаре, бал балы, аҙыҡ өсөн тәғәйенләнмәгән спиртлы продукцияға.
Декларация биреүҙән ҡасыу йәки уға мәғлүмәттәрҙе боҙоп индереү, РФ КоАП-ына ярашлы, вазифалы кешеләргә 5 меңдән 10 мең һумғаса, юридик берәмектәргә 50 меңдән 100 мең һумғаса административ штраф һалыуға килтерә.
Светлана ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
район хакимиәте башлығы урынбаҫары.