Ҙур һыуҙы көткәндә
13 апреля 2018 йыл | Урындағы үҙидара

-Әлегә ташҡындың ниндәй булырын фаразлауы ҡыйын. Беҙ ауыл урамдарындағы ҡарға ҡарап ҡына фекер йөрөтәбеҙ, ә нигеҙҙә тауҙарҙа йыйылып ятҡан ҡар запасына иғтибар итергә кәрәктер. Унда ирегән ҡар һыуҙары иртәме-һуңмы ағып төшөп, күҙ асып йомған арала йылғаларҙың ташыуына килтерергә мөмкин. Шуға ла оло һыуға ла әҙер торорға кәрәк.
Быйыл ташҡындың ғәҙәттәгенән көслө булмаҫына өмөтләнәбеҙ. Бынан сығып шуны әйтергә кәрәк, ниндәй ҙә булһа ғәҙәттән тыш хәл көтөлмәй.
Билдәле булыуынса, район хакимиәте башлығының ағымдағы йылдың 26 февралендәге ҡарарына ярашлы, район биләмәһендә ташҡынға ҡаршы комиссияның составы һәм ташҡынды аварияһыҙ уҙғарып ебәреү өсөн саралар планы раҫланды.
Яҙғы ташҡынға ҡаршы комиссия тарафынан ташҡынға әҙерлек буйынса ауыл биләмәләре башлыҡтарына, ойошмалар етәкселәренә урындарҙа тейешле эш алып барырға кәрәклеге еткерелде. Был осорҙа ауыл биләмәләрендә ташҡынға ҡаршы комиссияның тәүлек әйләнәһенә дежурлығы ойошторола, авария-ҡотҡарыу бригадалары булдырылды. Ташҡын мәлендә тәү сиратта нимәгә иғтибар итергә кәрәклеге тураһында урындарҙа ауыл биләмәләре хакимиәттәре тарафынан аңлатыу эштәре алып барылырға тейеш. Шулай уҡ һыу баҫыу ихтималлығы булғанда был урындан кешеләрҙе, малдарҙы, шәхси мөлкәтте һәм башҡа матди ҡиммәттәрҙе үҙ ваҡытында күсереүҙә, минераль һәм органик ашламаларҙың, сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтарының, нефть продукттарының йылғаларға ағып төшөүенә юл ҡуймау буйынса барлыҡ сараларҙы ҡулланыу зарур.
"БР буйынса 14-се Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәт отряды” ФДКУ-һының 74-се янғын часына (начальнигы В.В.Отмахов) яҙғы ташҡын осоронда янғынға ҡаршы профилактик саралар комплексын планлаштырып уҙғарырға кәрәк.
Ғафури юл төҙөү-ремонтлау идаралығына (начальнигы З.М.Хафизов), Красноусол АТП-һына (директоры А.И.Гребнев) ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда тейешле күләмдә автотранспорт, юл төҙөлөшө һәм башҡа техника бүлеү сараһын күрергә кәрәклеге әйтелде.
Район эске эштәр бүлегенә (начальнигы И.Ә.Рәхмәтуллин) һыу баҫҡан урындарҙан кешеләрҙе һәм матди ҡиммәттәрҙе эвакуациялау ихтималлығы килеп тыуғанда авария-ҡотҡарыу, ремонт-тергеҙеү һәм башҡа эштәр барған урындарҙа халыҡ паникаға бирелмәһен өсөн йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү буйынса барлыҡ сараларҙы күрергә кәрәк.
Айырыуса ҙур йылғаларҙа - Табын ауылы янындағы Ағиҙел, Юлыҡтағы Еҙем йылғаларында - һыу кимәлен күҙәтеүсе постар эшләй, уларҙың яуаплылары тәүлек әйләнәһенә һыу кимәлен үлсәп, аныҡ мәғлүмәтте беҙгә еткереп тора.
Синоптиктар билдәләүенсә, элекке йылдарға ҡарағанда быйыл ҡар запасы ике тапҡырға кәмерәк. Тимәк, яуым-төшөмдөң дә әҙ булыуын иҫәпкә алғанда, быйыл ҙур һыу көтөлмәй.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Стәрлетамаҡ тирәһендә Ағиҙел йылғаһы 400-500 см-ға күтәрелеүе көтөлә. Был һуңғы бер нисә йыл менән сағыштырғанда яҡынса 30-40%-ҡа кәмерәк. Шулай итеп, Стәрлетамаҡтың ҡайһы бер участкаларына, шул иҫәптән беҙҙең район ауылдарына (Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан) һыу баҫыу ҡурҡынысы янамай.
Дөйөм алғанда, районда яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса проблемалар юҡ. Күмәк көс менән ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыуына юл ҡуйылмаҫ, тип уйлайым. Барыһына ла: олоһона ла, кесеһенә лә ҙур һыу мәлендә хәүефһеҙлекте һаҡларға,  һаҡ һәм уяу булырға кәрәк.
Индира ИШКИНА яҙып алды.