Красноусол ауыл советы биләмәһендә йәшәүселәр иғтибарына!
13 апреля 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү һәм санитар таҙартыу маҡсатында Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте Һеҙҙән үҙегеҙ йәшәгән биҫтәләрҙә, ихаталарҙа  биләмәләрҙе йыйыштырыу өмәләре уҙғарыуҙы, йорт алды биләмәләрен сүп-сарҙан, бысраҡтан, төҙөлөш материалдары, утын, тимер һыныҡтары, ҡый үләндәре, ҡойолған япраҡтарҙан  таҙартыуҙы ойошторорға саҡыра.
Төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән кешеләр ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Онотмағыҙ: таҙалыҡ һәм тәртип – ауылыбыҙ матурлығының нигеҙе.
Рәүилә МӨХӘМӘҘИЕВА,
Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы.