Ултырттыҡ беҙ йәп-йәш ҡарағайҙар
29 мая 2018 йыл | Урындағы үҙидара, Хаттар

Был акцияға Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе лә әүҙем ҡушылды. Ер ҡарҙан әрселеү менән һәр шәмбе өмәләр уҙғарылды. Сираттағы – Пионерия көнөнә арналған өмәлә Ибраһим ауылына илткән юл буйына ҡарағай һәм ҡарағас ағастары ултыртылды. Үҫентеләр менән Табын урмансылығы урмансыһы, ауыл Советы депутаты Аяз Вәлиев тәьмин итте. Өмәлә ауыл биләмәһе, мәҙәниәт, участка дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре, ветерандар советы рәйесе, ауыл старостаһы һәм ауыл халҡы менән бер рәттән йәштәр, мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. Тап ошо көндө Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең 9,11-се класс уҡыусылары ла иҫтәлеккә мәктәп биләмәһенә ағас үҫентеләре ултырттылар.
Ҡыҙыу баҡса эше булыуға, иртә таңдан ҡойоп ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, ямғыр тымған арала тырышып эште теүәлләүгә өлгәшелде. Өмәлә ҡатнашыусыларҙың (50-ләп кеше) барыһына ла биләмә хакимиәте рәхмәтле булды.
Алдағы шәмбе өмәһе ҡойо башын, паркты таҙартыуға арналасаҡ. Был эштә лә ауылдаштар һынатмаҫ, күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр бит.
Әлфиә ИСҠУЖИНА.
Еҙем-Ҡаран ауылы.