Янғын һүндереү машинаһы алынасаҡ
28 ноября 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Янғын һүндереү машинаһы алынасаҡИмәндәш ауыл биләмәһе "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булып тора. Уңайлы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышып, ике йыл рәттән был программала ҡатнашып,  былтыр 1 миллион 500 мең һумға "МТЗ-82” тракторы, быйыл иһә ротор - ҡар көрәгес-өрҙөргөс (560 мең һумлыҡ) һатып алыуға өлгәшкәндәр. Йәнә ауыл биләмәләренә йыл да республика ҡаҙнаһынан бүленгән, йәғни "Президент” аҡсаһына тракторҙы көрәк (140 мең һум) менән дә йыһазландырғандар. Был трактор һәм ротор менән ҡыш көндәрендә ауыл урамдары ҡарҙан таҙартылһа, йәйгеһен иһә сүп-сар йыйыу һәм башҡа эштәр ойошторола.
Техниканы тулыһынса комплектлау өсөн арба ғына етешмәй, ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов быныһын да хәл иткән.
- 305 мең һумға торошло яңы арба һатып алыу мәсьәләһе аукционға ҡуйылды, - ти Әхнәф Әхиәр улы.
Ятып ҡалғансы – атып ҡал, тигәндәй, Имәндәш ауыл биләмәһе халҡы йәнә йыйынға йыйылып, "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашырға һәм янғын һүндереү автомашинаһы һатып алырға ҡарар иткән. Уның хаҡы  1 млн. 450 мең һум тора. Проектта ҡатнашып, еңеп сығып, хөкүмәттән ярҙам алыуға өлгәшеү өсөн, әлбиттә, инициатив төркөмдөң дә әүҙем булыуы талап ителә. Был тәңгәлдә Илдар Мәхмүтов етәкселегендәге Имәндәш ауылы старостаһы Марат Ибраһимов, Мөнирә Рәшитова, Рәзилә Зөбәйҙуллина, Салауат Түзбәковтарҙан торған инициатив төркөм бик уңышлы эшләгән. Сираттағыһында ла ошо уҡ төркөмдөң эште атҡарып сығырына ҙур өмөт бағлайҙар. Бары тик инициатив төркөм ағзаһы М.Ибраһимов урынына Ринат Ибраһимов һайлап ҡуйылған. Шулай уҡ ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Илфат Үтәгәновтың да тырышлығы тос булған.
Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Ә.Ноғайғолов был программаны хуплап ҡабул итеүсе биләмә ауылдары (9 ауыл) халҡына, ярҙам ҡулы һуҙыусы хөкүмәткә, инициатив төркөмгә, бағыусылар Айрат Ҡунафинға (10 мең һум аҡса биргән), "Урожай” ЯСЙ-е етәксеһе Нәжип Хисаметдиновҡа (5 тонна иген биргән – 40 мең һумлыҡ), район Советы депутаттары Әхмәт Аҫылбәковҡа (5 мең һум), Рөстәм Әбдрәхимовҡа (5000), Әлфир Исхаҡовҡа (3000), 1-әр мең һум аҡса биргән ауыл Советы депутаттарына, ауыл старосталары һәм мәктәп директорҙарына ҙур рәхмәтен белдерә.
Имәндәштәрҙең проектта еңеп сығыуын һәм янғын һүндереү автомашинаһы алыу уй-пландарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Индира ИШКИНА.