Полиция-Ҡыш бабай бүләктәре
28 декабря 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Полиция-Ҡыш бабай бүләктәреЯңы йылдан һәр кем мөғжизә, ә балалар Ҡыш бабайҙан бүләктәр  көтә. Ошоно иҫтә тотоп район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре йыл һайын байрам уңайынан Табындағы балалар приютында тәрбиәләнеүсе балаларға бүләктәр алып барып тарата.
Быйыл да был матур йолаға тоғро ҡалып, эске эштәр бүлегенең Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу кейемендәге полиция хеҙмәткәрҙәре личный состав  менән эшләү төркөмө етәксеһе А.Назарова менән берлектә балалар янында булды. Әлбиттә, улар буш ҡул менән килмәне, бында тәрбиәләнгән 19 бала хоҡуҡ һаҡсылары тарафынан әҙерләнгән үҙҙәренә тәғәйен Яңы йыл тәмлекәстәрен алып ҡыуанды. Балалар һәләттәрен дә күрһәтте, иң әүҙемдәргә Ҡыш бабай серле тоғондағы бүләктәрҙе лә таратты.
Район полицияһы шулай уҡ районыбыҙҙың бер нисә ауылында имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән тиҫтәләп балаға инселәп әҙерләнгән Ҡыш бабай бүләктәрен йорттарына алып барып тапшырҙы.
И.ӘЛИБАЕВА.