Егет һүҙе бер була
30 января 2019 йыл | Урындағы үҙидара

Егет һүҙе бер булаБеҙҙең Игенселәр ауылында ҡарлы-буранлы көндәрҙә лә юлдар һәр ваҡыт таҙа.
Бының өсөн үҙенең эшен намыҫлы башҡарған Үтәк ауыл хакимиәте тракторсыһы Булат Сатлыҡовҡа рәхмәт әйтә ауыл халҡы. Ул беҙҙең ауылдан тыш, Үтәк ауыл биләмәһенә ҡараған Үтәк, Туғай, Красная Поляна ауылдары юлдарын да таҙарта. Юлдар саҡ ҡына тарайа башлаһа, тракторына ротор тағып тиҙ генә ҡарҙарҙы ситкә "өрҙөрөп” сыға. Кешеләргә изгелекле тракторсы элекке "Егән” колхозында 23 йыл буйы эшләгән маҡтаулы хеҙмәткәр. Егет һүҙе бер була тигәндәй, ниндәй эш ҡушһалар ҙа һынатмай ул. Әле лә үҙ эшенә яуаплы ҡараған тракторсы тырышлығы менән күп йылдар көрт кискән ауыл халҡы хәҙер юлһыҙ интекмәй.
Ишбулды БАҺАУЕТДИНОВ.
Игенселәр ауылы.