Берҙәмлеккә ни етә
26 февраля 2019 йыл | Урындағы үҙидара

Берҙәмлеккә ни етәРайон етәкселегенең ауыл биләмәләре халҡы менән осрашыуҙары дауам итә. Имәндәш ауыл биләмәһендәге осрашыуға район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уның урынбаҫарҙары, төрлө предприятие, ойошмалар етәкселәре төркөмө һәм биләмәгә ҡараған 9 ауыл халҡы йыйылды.
Төҙөкләндереүгә – төп иғтибар
Ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғолов 2018 йылғы эшмәкәрлектәрен байҡап, док-лад менән сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, уҙған йылда ярайһы уҡ күп эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, Имәндәш ауыл клубы, мәктәптең һыу системаһы ремонтланған, спорт майҙансығы төҙөлгән, Мораҙ ауылы юлына ҡырсынташ түшәлеп, Яңы Тайышта күпер һәм  юл төҙөкләндерелгән. Ҡарағай мәктәбе биләмәһе профнастил менән кәртәләнеп, кластарҙа яҡтыртҡыстар яңыртылған. Иҫке Тайышта шишмәләр һәм зыярат кәртәләнеп буялған, ФАП һәм мәсет ҡыйығы ремонтланған. Таш-Аҫты ауылында аҫылмалы күпергә 6 яҡтыртҡыс ҡуйылған. Уҙған йылда "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса тракторға ҡар таҙартҡыс ротор, "президент аҡсаһы”на тракторға арба һәм отвал  алынған. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн биләмә ауылдарында 13 майҙансыҡ эшләнгән, 2 контейнер ҡайтарылған. Биләмә башлығы бар эштәрҙә лә әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, киләсәктә лә тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.
Хәл итәһе бурыстар
Әхнәф Ноғайғолов хәл итәһе мәсьәләләргә туҡталып, алдағы йылға эш планы менән уртаҡлашты. Ул Яңы Тайыш - Яңы Ҡауарҙы ауылдары араһындағы юлға, Яңы Та-йыш ауылындағы Тау, Шишмә урамдарына, Имәндәштең үрге зыяратына тиклем  ҡырсынташ түшәргә, Иҫке Тайыш ауылында башланғыс мәктәптең, ФАП-тың, мәсеттең кәртәләрен яңыртырға, аҫылмалы күперҙе ремонтлауҙы хәстәрләргә, "Аныҡ эштәр” проекты буйынса Ҡарағайҙа һыу башняһына капиталь ремонт үткәрергә кәрәклеген әйтте. Биләмәлә "Мәргән уҡсы” республика бәйгеһен тергеҙергә, күптән инде өлгөрөп еткән мәсьәлә – һөт етештереү кооперативын төҙөү мөмкинлеген дә ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәклеген  әйтте. "Мин ышанам, бергә беҙ барыһын да атҡарып сығасаҡбыҙ”, тип тамамланы сығышын биләмә башлығы.
Халыҡ мәнфәғәтендә
Район ветстанцияһы начальнигы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов осрашыуға килгән халыҡты ветеринария өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштырҙы. "Малдарға бирка ҡуйыу буйынса һеҙ районда беренсе урында бараһығыҙ, был эштең мөһимлеген аңлауығыҙ өсөн рәхмәт. Быйыл һеҙҙә Сәйетбаба, Ҡарағай ветеринар участкаларын ҡушып, ветлечебница яһаныҡ. Был төбәктәге эпизоотик хәлде күҙәтеү өсөн яҡшы башланғыс булыр тип ышанам. 2016 йылдан һеҙҙең биләмәнең депутатымын, ҡулдан килгән тиклем ярҙам итеп, артабан да һеҙҙең мәнфәғәтегеҙҙә эшләйәсәкмен,” – тине Фаил Һиҙиәт улы.
Ҡарағай ауыл Советы депутаты Фаил Байшөгөров элекке һалдаттарҙың ветерандар ойошмаһын төҙөү тәҡдимен индерҙе, Ҡарағай ауылына клуб кәрәклеге, Олотау итәгендә тау саңғыһы базаһы булдырып, туристарҙы йәлеп итеү мөмкинлеге тураһында һөйләне. Имәндәш ауы-
лы имамы Салауат Түзбәков
ауылда мәсет төҙөү мәсьәләһенә туҡталды.
"Ниәтебеҙ изге”
Докладсыларҙы иғтибар менән тыңлағандан һуң, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов
районда һуңғы арала башҡарылған эштәрҙе барланы, пландар менән уртаҡлашты. Алдағы 1-2 йыл эсендә  бар ауылдар ҙа яҡтыртыласаҡ, сүплектәр бөтөрөләсәк, лицензияһыҙ алкоголле эсемлектәр һатыусылар менән аяуһыҙ көрәшәсәкбеҙ (Имәндәш биләмәһендә 16 кеше һата), "Еҙем” тәбиғи паркы төҙөлөүҙең урындағы экологик хәлде яҡшыртыу менән бергә халыҡҡа ла файҙаһы тейер тип уйлайым, тине. Артабан район етәксеһе һорауҙарға яуап бирҙе. Улар башлыса эсәр һыуҙың сифатына, 9 ауылдың алтауһында газ юҡлығына, клуб, ФАП, асфальт юл кәрәклегенә, аҫылмалы күперҙе еңел машиналар сығырлыҡ итеп үҙгәртеүгә ҡағылды.
Осрашыуҙан һуң биләмә халҡы төрлө ойошмалар етәкселәрендә шәхси ҡабул итеүҙә булды.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.