Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Муниципаль район Советының “Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр индереү тураһында” ҡарар проекты тураһында
29 июня 2013 йыл | Урындағы үҙидара

"Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” Федераль закондағы  үҙгәрештәргә ярашлы Муниципаль район Советы ҡарар итте:
1. Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының "РБ Ғафури районы муниципаль район Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр индереү тураһында”ғы ҡарар проектын ҡабул итергә.
2. Муниципаль район Советының "Ғафури районы муниципаль ра-йон Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр индереү тураһында”ғы ҡарар проектын муниципаль район граждандары ҡатнашлығында тикшереү өсөн 22 июлдә (сәғ. 10.00-дә) асыҡ тыңлау үткәрергә. Асыҡ тыңлауҙы Ғафури районы муниципаль район Хакимиәтенең ултырыштар залында уҙғарырға.
3. Муниципаль район Советының "БР Ғафури районы муниципаль район Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр индереү тураһында ҡарар проектын "Табын” һәм "Звезда” район гәзиттәрендә баҫып сығарырға.
4. Ғафури районы муниципаль район Советының был ҡарары рәсми рәүештә баҫылып сыҡҡан (халыҡҡа еткерелгән) көндән үҙ көсөнә инә.
5. Был ҡарарҙың  үтәлешен контролдә тотоуҙы үҙ өҫтөмә алам.
Фаил ЗӘЙНЕТДИНОВ,
Муниципаль район Советы рәйесе.
№ 13-973. 2013 йыл, 25 июнь.