БР Ғафури районы муниципаль район Советының “Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр индереү тураһында” ҡарар проекты
29 июня 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарар итте:
1. Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Уставына түбәндәге үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләрҙе индерергә:
1.1. 4-се статьяның 1-се өлөшөндә:
а) 4-се пунктта "биләмә” һүҙенән һуң түбәндәгеләрҙе өҫтәргә: "Рәсәй Федерацияһы законы менән билдәләнгән вәкәләттәр сиктәрендә”;
б) 17-се пунктты түбәндәге редакцияла бирергә:
"17) 2006 йылдың 13 мартындағы 38-ФЗ һанлы "Реклама тураһында Федераль Законға ярашлы башҡарылған реклама конструкцияларын урынлаштырыу схемаһын раҫлау, муниципаль район биләмәһендә рек-лама конструкцияларын урынлаштырыуға һәм файҙаланыуға рөхсәт биреү, бындай рөхсәт ҡағыҙҙарын ғәмәлдән сығарыу (юҡ итеү), муниципаль район биләмәһендә рөхсәтһеҙ ҡуйылған реклама конструкцияларын һүтеп алыу тураһында күрһәтмә биреү;
в) 25-се пунктта "буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу” тигән һүҙҙәрҙән һуң "Территориаль оборонала” тип өҫтәргә.
1.2. 5-се статьяла:
а) 5-се пунктты үҙ көсөн юғалтҡан тип иҫәпләргә.
б) 8.9-сы пункттарҙы түбәндәгесә тулыландырырға:
8) "инвалидтарҙың йәмәғәт берекмәләренә, шулай уҡ "Рәсәй Федерацияһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында” 1995 йылдың 24 ноябрендәге 181-ФЗ һанлы Федераль Законға ярашлы инвалидтарҙың бөтә Рәсәй йәмәғәт берекмәләре тарафынан төҙөлгән ойошмаларға ярҙам итергә;
9) "Ҡан һәм уның компоненттары донорлығы тураһында” Федераль Законда ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырыу”;
1.3. 6-сы статьяны түбәндәге йөкмәткеләге 6.1 пункты менән тулыландырырға:
"6.1. Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү өлкәһендә "Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү тураһында” Федераль законда ҡаралған вәкәләттәр менән”;
1.4. 21-се статьяны түбәндәге йөкмәткеле 6.1 пункты менән тулыландырырға:
"6.1. Шулай уҡ Муниципаль район Советы рәйесе, уларҙың ире (ҡатыны) һәм бәлиғ булмаған балалары "Айырым кешеләргә Рәсәй Федерацияһы биләмәһенән ситтәге сит ил банктарында счет асыу һәм вкладтар һалыу, аҡса һәм ҡиммәтле нәмәләр һаҡлау йәки сит ил финанс инструменттарын файҙаланыу һәм алыуҙы тыйыу тураһында” Федераль закон менән билдәләнгән тыйыуҙарҙы үтәмәгән осраҡта Рәсәй Федерацияһы Президентының ышанысын юғалтыу сәбәпле, Муниципаль район Советы рәйесенең вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатыла”.
2. Был ҡарар баҫылып сыҡҡан көндән үҙ көсөнә инә.
3. Ҡарарҙы дәүләт теркәүе үткәндән һуң баҫып сығарырға.
Фаил ЗӘЙНЕТДИНОВ,
Муниципаль район Советы рәйесе.