Ғафури районы муниципаль район Советы регламенты тураһында Муниципаль район Советы ҡарары
29 июня 2013 йыл | Урындағы үҙидара

1. Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советы Регламентын ҡабул итергә.
2. БР Ғафури районы муниципаль район Советының Совет Регламентын, депутаттың статусы һәм этикаһын күҙәтеү буйынса комиссияһына 29 июлгә тиклем ошо ҡарар менән ҡабул ителгән Регламентҡа ярашлы итеү маҡсатында Муниципаль район Советының норматив хоҡуҡи акттарын эшләү һәм ғәмәлдәге хоҡуҡи акттарға үҙгәрештәр индереү буйынса саралар планын Муниципаль район Советы (Совет президиумы) ҡарауына тапшырырға.
3. Муниципаль район Хакимиәтенә өс ай арауығында БР Ғафури район муниципаль район Хакимиәтенең, Хакимиәт башлығының, Хакимиәт подразделениеларының норматив хоҡуҡи акттарын ошо ҡарар менән ҡабул ителгән Регламентҡа ярашлы итеп эшләргә.
4. Ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң, түбәндәгеләр үҙ көсөн юғалтты тип иҫәпләргә:
1) Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Муниципаль район Советының 2006 йылдың 22 ноябрендәге 14-97з һанлы "Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советы Регламенты тураһында”ғы ҡарары;
2) Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының 2008 йылдың 27 сентябрендәге 38-253з "Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының "Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советы Регламенты тураһында” ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһында” ҡарары.
5. Был ҡарарҙы "Табын һәм "Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
6. Был ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының Совет Регламентын, депутат статусы һәм этикаһын һаҡлау буйынса Совет комиссияһына (Н.М.Хисаметдинов) йөкмәтергә.
7. Был ҡарар ҡул ҡуйылған көндән ғәмәлгә инә.
Фаил ЗӘЙНЕТДИНОВ,
Муниципаль район Советы рәйесе.