Гөрләп үтте йәрминкә
02 октября 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Йәрминкә үтәсәк майҙанға ҡуйылған өҫтәлдәр мәктәп уҡыусылары һәм ауыл кешеләре һатырға килтергән төрлө тәм-том, ҡамыр ризыҡтары, көҙгө уңыш - йәшелсә-емештән һығылып торҙо. Һөт, май, ҡаймаҡ, эремсек, сәскә орлоҡтары менән һатыу итеүселәр ҙә булды.
Көҙгө муллыҡ байрамында ғаиләләре менән ҡатнашыусылар ҙа бар ине. 4-се класс уҡыусыһы Евгений Семеновтың ата-әсәһе Дмитрий, Эльвина, өләсәһе Клавдия Ильинична, балалар баҡсаһына йөрөгән һеңлеһе Кристина, ирле-ҡатынлы Хәлиҙә һәм Нәзир Әмирхановтар, уҡыусы Артур Әмировтар үҙҙәре етештергән продукцияны ауылдаштарына тәҡдим итте. Һатып алыусылар ҙа бик күп булды.
Балалар байрамға йыйылыусыларға үҙ һәләттәрен күрһәттеләр, уларҙан ололар ҙа ҡалышмай, бейеп күңел асты. Борҡорап ҡайнап ултырған самауыр сәйе эсеп, үҙҙәренә кәрәк-яраҡ һатып алған ауыл кешеләре күтәренке кәйеф менән таралышты.
Индира ИШКИНА.