Депутат запросы индереү һәм уны ҡарау тәртибе тураһында Муниципаль район Советы ҡарары
28 сентября 2013 йыл | Урындағы үҙидара

"Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се Федераль законды тормошҡа ашырыу маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советы Регламантының 96-сы һәм 97-се статьяларына нигеҙләнеп Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарар итте:
1. Депутат запросы индереү һәм уны ҡарау тәртибе тураһында” Положениены раҫларға.
2. Был ҡарарҙы "Табын” һәм "Звезда” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
3. Ҡарар баҫылып сыҡҡан көндән үҙ көсөнә инә.
Фаил ЗӘЙНЕТДИНОВ,
Муниципаль район Советы рәйесе.
№ 16-113з, 19 сентябрь, 2013 йыл.