Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының 2-се Полянский һайлау округы буйынса депутаты Р.К.Рахманғоловтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында Муниципаль район Советы ҡарары
28 сентября 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Башҡортостан Республикаһы Ғафури ра-йоны муниципаль район Советына 2-се Полянский һайлау округы буйынса депутат итеп һайланған Рөстәм Камил улы Рахманғоловтың ғаризаһын ҡарап, "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидара органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” Федераль закондың 40-сы статьяһы, 10-сы өлөштөң 2-се пункты һәм Муниципаль район Уставының 24-се статьяһы, 9-сы өлөштөң 2-се пунктына ярашлы Муниципаль район Советы ҡарар итте:
1. Ғафури районы муниципаль районының Красноусол ауыл Советы ауыл биләмәһе советына 13-сө Май һайлау округы буйынса депутат итеп һайланыу сәбәпле, 2-се Полянский һайлау округынан Муниципаль район
Советы депутаты итеп һайланған Рөстәм Камил улы Рахманғоловтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда, 2013 йылдың 19 сентябренән туҡтатырға.
2. Был ҡарарҙы "Табын” һәм "Звезда” гәзиттәрендә баҫтырырға.
Фаил ЗӘЙНЕТДИНОВ,
Муниципаль район Советы рәйесе.
№ 16-114з, 18 сентябрь, 2013 йыл.