Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!
06 июня 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Хөрмәтле  Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге,  Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге һәм социаль хеҙмәткәрҙәр!
Барығыҙҙы ла  Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ҡотлайым. Һеҙ, социаль хеҙмәткәрҙәр, бик мөһим һәм әһәмиәтле эш башҡараһығыҙ. Мәрхәмәтлелек, миһырбанлыҡ, изге күңеллелек, кеше хәленә инә белеү – хеҙмәтегеҙҙең төп асылы. Һөнәри байрамығыҙ көнөндә шәфҡәтлелек менән тулы изгелекле хеҙмәтегеҙ, мохтаждарҙы йылытырға һәләтле һиҙгер йөрәгегеҙ өсөн халыҡ рәхмәтен һәм ихтирамын ҡабул итегеҙ.
Бынан ары ла кешеләргә хеҙмәт итеү кеүек изге эштә һынатмаҫһығыҙ, ярҙамға мохтаждар өсөн миһырбанлы, шәфҡәтле социаль хеҙмәткәрҙәр булып ҡалырһығыҙ, тип ышанам. Һәммәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, районыбыҙ халҡы мәнфәғәтендә уңышлы эшләүегеҙҙе һәм байрамса кәйеф теләйем.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район
хакимиәте башлығы.

Автобустар хәрәкәте
06 июня 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

10 июндә Һабантуй майҙанына түләүһеҙ рейстар булдырыла. Уларҙың ҡуҙғалыу ваҡыты:
Сәйетбабанан - 8.00, Үзбәк-Еҙем-Ҡарандан - 8.00, 8.30, Табындан - 9.00,  Антоновка-Аҡкүл-Татар Саскүленән - 8.15, 8.30, 9.00 сәғәттәрҙә,  Мораҡтан - 8.00, Үтәктән –  8.30 сәғәттә, Ташбүкәндән - 8.30, Имәндәш-Ҡарағайҙан  – 8.00, 8.15 сәғәттә.
Красноусол автовокзалынан Һабантуй майҙанына түләүле автобус 8.30, 9.00, 9.30, 10.00, 10.30 сәғәттәрҙә ҡуҙғала,
юл хаҡы – 20 һум.
Красноусол автотранспорт предприятиеһы.

"Һабантуй – 2017" программаһы
06 июня 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

11.00 - 12.00  Һабантуйҙы тантаналы асыу.
12.00 - 15.00 Мәҙәни-спорт программаһы.
12.00  - Үҙешмәкәрҙәр һәм халыҡ таланттары концерты.
12.00  - Ат сабышы.
11.30  - Милли көрәш. Шулай уҡ гер күтәреү, еңел атлетика, волейбол, арҡан тартыу, шахмат, мини-футбол, ҡул көрәштереү ярыштары.
11.30 - Халыҡ уйындары: һырғауылға үрмәләү, ауыш бағананы буйлау, тоҡ ке-йеп йүгереү, тоҡ менән һуғышыу, ҡалаҡҡа һалып йомортҡа ташыу, көйәнтәләп һыу ташыу, он эсендәге алманы эҙләү, көршәк ватыу, бүләктәр ҡырҡып алыу, көрөшкә бәреп төшөрөү, һауалағы шарҙы йөрөтөү.
15.00  - Ярыштар, уйындар һәм бәйгеләргә йомғаҡ яһау. Бүләктәр тапшырыу. Һабантуйҙы ябыу

“Һабантуй – 2017” байрамында спорт сараларын үткәреү тураһында ПОЛОЖЕНИЕ
06 июня 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Спорт

ҮТКӘРЕҮ УРЫНЫ ҺӘМ ВАҠЫТЫ. "Һабантуй – 2017” байрамында спорт ярыштары 10 июнь, шәмбе көн Красноусол ауылынан алыҫ түгел "Лукойл” автозаправкаһы артында 11.00 сәғәттә башлана. Спорт сараларында ҡатнашыу өсөн заявкалар 10 июндә 10.30 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Милли һәм халыҡ төрҙәре буйынса спорт ярыштарында ҡатнашыусыларҙы үлсәү 9.30 сәғәттән 10.30 сәғәткә
тиклем. Спорт төрҙәре буйынса
йәрәбә тартышыу – 10.45 сәғәттә.

Һабантуйҙар етә
26 мая 2017 йыл | Урындағы үҙидара

 10 июндә элекке урынында район һабантуйы үтәсәк.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 96