БР Ғафури районы МР Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе депутаттары Советы ҡарары
16 февраля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

"Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” 2003 йылдың 6 октябрендәге 131-ФЗ һанлы закондың 14-се статьяһына, "Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында” 2008 йылдың 24 июнендәге  80-ФЗ һанлы Федераль закондың 8, 13-сө статьяларына, "Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында” 2002 йылдың 10 ғинуарындағы 7-ФЗ һанлы Федераль законға, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль ра-йоны Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе Уставына ярашлы, ҡарар итте:

Фәһемле осрашыуҙың файҙаһы тейһен
13 февраля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Ауыл биләмәләре башлыҡтарының былтыр башҡарған эштәре буйынса халыҡ алдында отчет тотоу графигын гәзитебеҙҙә баҫып сығарғайныҡ инде.  Ошо графикка ярашлы, 5 февралдә Үтәк ауыл советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышы булып үтте. Асыҡ ултырышта район Хакимиәте башлығы Рәмил Бохарав, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Флүр Ибраһимов, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, район Хакимиәте башлығы урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы Рәмзиә Шаймарҙанова, мәғариф бүлеге  начальнигы Шамил Хәбибуллин, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Рамаҙан Мөхәмәтшин, Пенсия фонды идаралығы начальнигы Фәнил Вахитов, үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Гүзәл Ноғоманова, ауыл Советы депутаттары, ауыл халҡы ҡатнашты.

Һайлаусы мәнфәғәте – иң мөһиме
06 февраля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Һайлаусы мәнфәғәте – иң мөһимеХөрмәтле депутаттар һәм саҡырылған ҡунаҡтар!
Йыл башында, район Хакимиәте башлығы отчеты менән бер үк ваҡытта Советтың эшмәкәрлек йомғаҡтары тураһында доклад  яһау беҙҙең матур йолаға әйләнде. Һис шикһеҙ, бындай отчеттар райондың һәр кешеһенә урындағы властың вәкәләтле һәм башҡарма органдарының маҡсаттары берҙәм икәнен күрһәтә, район өсөн мөһим ҡарарҙарҙы ҡабул итеү механизмдарын асып һала. Властың һәр кем өсөн асыҡ булыуына йүнәлеш артабан да дауам ителер, тип ышанам.

Йәнле аралашыу булды
06 февраля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Ауыл биләмәһе Советтарының асыҡ ултырыштары үтәсәге хаҡында гәзиттә хәбәр иткәйнек инде. Үзбәк мәҙәниәт йортонда үткән йыйылышта Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы, Муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров, уның урынбаҫарҙары Р.Й.Салауатов, Ф.Ф.Ибраһимов, район Советы рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов, секретары Р.С.Ишмөхәмәтова, финанс бүлеге начальнигы Р.Р.Шаймарҙанова, мәғариф бүлеге начальнигы Ш.Н.Хәбибуллин, халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Р.М.Мөхәмәтшин, күсемһеҙ милеккә идара итеү комитеты етәксеһе Р.Р.Мырҙаянов һәм Пенсия фонды, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Беренсе сиратта төрлө өлкә белгестәренең шәхси һорауҙар менән килеүселәрҙе ҡабул итеүе ойошторолорға тейеш булһа ла, мөрәжәғәт итеүселәр булманы. Үзбәк һәм Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорттары һәүәҫкәрҙәренең бай йөкмәткеле концертын ҡарағас, ауыл биләмәһе башлығы А.Ә.Ғәйнуллиндың отчеты тыңланды.

Биләмә башлыҡтары отчет бирә
02 февраля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Февралдә ауыл биләмәләре Советтарының асыҡ ултырыштары үтеп, уларҙа ауыл биләмәһе башлығының отчеты тыңланасаҡ. Ултырыштар (башланыу ваҡыты – 14.00 сәғәт) түбәндәге график буйынса үтә:
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 95 96 97 98 99 100 101 102 103 104