Йәмле йәйҙең бер көнөндә байрам үтте “Йәшлек”тә
15 августа 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Үтеп барған йәмле йәйҙең бер көнөндә, йәғни уҙған шаршамбыла район үҙәгенең "Йәшлек” мәҙәни-ял паркында  "Йәйғорло йәй” тигән исем аҫтында күңелле байрам сараһы уҙҙы. Ул "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы төҙөкләндерелеп, күркәм төҫ алған "Йәшлек” паркын асыу маҡсатында ойошторолдо. Эш  көнө тамамланыуға парктан ағылған дәртле көй-моңдар һәр кемде – олоһон, кесеһен үҙенә саҡырып, шат ауаздарҙан яңғырап торҙо.  Йәмле йәйҙең бер көнөндә  байрам үтте “Йәшлек”тә
Йәмле йәйҙең бер көнөндә  байрам үтте “Йәшлек”тә
Йәмле йәйҙең бер көнөндә  байрам үтте “Йәшлек”тә

Әүҙем ҡатнашайыҡ
11 августа 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, 10 сентябрь – Берҙәм һайлау көнөндә урындағы үҙидара органдарына өҫтәмә һайлауҙар көнө билдәләнде. Районда ҡайһы ауыл биләмәһендә, ниндәй округтарҙа өҫтәмә һайлауҙар үтәсәк? Һайлауҙарға бәйле ниндәй яңылыҡтар бар? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Римма Ишмырҙа ҡыҙы ЗВЕРЕВАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

“Йәшлек” йәшәрә
08 августа 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ингән Красноусол ауылындағы "Йәшлек” паркын төҙөкләндереү эштәре тамамланды.
Парктың үҙәк юлын асфальтлауҙы райондың Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы (етәксеһе – З.М.Хафизов) башҡарып сыҡты. Ошо уҡ ойошма хеҙмәткәрҙәре бейеү майҙансығына тротуар плиткаһы һалды, уға илткән юлды эшләне, сәскәләр өсөн клумбалар ҙа ҡуйылды. Барлыҡ эштәргә 900 мең һумдан ашыу аҡса тотонолдо.
Балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөкләндереүҙе ШЭ Кунафин Д.В. үҙ өҫтөнә алды. Бында 275501 һумлыҡ төрлө ҡорамалдар урынлаштырылды.
"Тепловодоснабжение” МУП-ы подрядсы ойошмаһы (етәксеһе – С.О.Афанасьев) паркты яҡтыртыу эштәрен башҡарҙы, бейеү майҙансығын эмкәмйәләр, сүп-сар өсөн һауыттар менән тәьмин итте. Ошонда уҡ йәйге эстрада эшләне. Ләкин барыһының да был эштәрҙең әһәмиәтен аңлап етмәүе эсте бошора. Мәҫәлән, 2 авгусҡа ҡарай төндә билдәһеҙ кешеләр балалар майҙансығындағы тауҙың 2 элементын емергәндәр. Проекттың шул уҡ ваҡытта йәмәғәтселек аҡсаһына ла тормошҡа ашырылыуын онотмаһаҡ ине.
Инициатив төркөм.

Асыҡ тыңлау була
04 августа 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

2017 йылдың 11 авгусында 11.00 сәғәттә муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының: Красноусол ауылындағы Фрунзе урамы, 50А һанлы, Каширин урамы, 28-се, Каширин урамы, 30/1-се, Луначарский урамы,
23-сө; Яңы Ҡарамыш ауылы, Болон урамы, 14-се йорт адрестары буйынса урынлашҡан ер участкаларының төҙөлөш өсөн рөхсәт ителгән иң сикке үлсәмдәренән тайпылырға рөхсәт биреү мәсьәләһе буйынса асыҡ тыңлау була.
Асыҡ тыңлауға сығарылған мәсьәләләр буйынса иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр (яҙма рәүештә) ҡарар проекттарын әҙерләү буйынса комиссия тарафынан Ғафури районы, Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йортта (204-се бүлмә) ҡабул ителә. Совет ҡарарҙары проекттары райондың рәсми сайтына урынлаштырылған: http: //www.gafury.bashkortostan.ru.
Асыҡ тыңлауҙарҙы әҙерләп уҙғарыу буйынса комиссия.

Асыҡ тыңлау үтте
04 августа 2017 йыл | Урындағы үҙидара

2017 йылдың 1 авгусында 11.00 сәғәттә Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында ҡарар проекты буйынса асыҡ тыңлау үтте. Асыҡ  тыңлауҙа райондың 27 гражданы ҡатнашты.
Совет ҡарарын тикшергәндән һуң, асыҡ тыңлауҙы әҙерләп уҙғарыу буйынса комиссия ҡарар итте:
1. БР Ғафури районы МР Советы ҡарар проектын  хупларға һәм тотошлай раҫлауға тәҡдим итергә.
2. Асыҡ тыңлау протоколын һәм ҡарарын БР Ғафури районы муниципаль район Советына тапшырырға.
З. Асыҡ тыңлау һөҙөмтәләрен, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, "Табын” һәм "Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
Зөфәр ХАФИЗОВ,
асыҡ тыңлауҙы әҙерләп уҙғарыу
буйынса комиссия рәйесе,
Муниципаль район Советы рәйесе.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 94