Уҙған йылға байҡау яһап
02 февраля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Уҙған йылға байҡау яһапХөрмәтле депутаттар һәм саҡырылыусылар!
Үткән йыл беҙҙең өсөн бик көсөргәнешле булды, финанс йәһәтенән ҡатмарлы шарттарҙа етди иҡтисади проблемаларҙы хәл итергә, социаль-мәҙәни әһәмиәттәге объекттар, инженерлыҡ селтәрҙәре төҙөргә һәм булғандарын үҙгәртеп ҡорорға, ауылдарҙы төҙөкләндереү, газ үткәргес торбалар һуҙыу эштәрен алып барырға тура килде. Уҙған йылға байҡау яһап, райондың социаль һәм иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән, ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт әйтке килә.

Мәғлүмәт белдереүе
30 января 2013 йыл | Урындағы үҙидара

28 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының сираттағы дүртенсе ултырышы булып үтте. Унда район Хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров, район Хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары, бүлек мөдирҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошмалар, учреждениелар, предприятиелар, хужалыҡтар етәкселәре ҡатнашты.

“Һаҡаллы” төҙөлөштәрҙе нимә көтә
26 января 2013 йыл | Урындағы үҙидара

17 ғинуарҙа республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Лилиә Марс ҡыҙы Мәжитова эш сәфәре менән беҙҙең районда булып китте. Башта ул төрлө һорауҙар менән килеүсе граждандарҙы ҡабул итте, һуңынан районыбыҙҙың ҡайһы бер предприятиеларында булып, ундағы эш шарттары һәм эшмәкәрлек менән танышты. Йәмәғәт ҡабул итеүе ра-йон Хакимиәтендә Хакимиәт башлығы урынбаҫары Руслан Салауатов менән берлектә үтте.

Ҡотлайбыҙ!
26 января 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Аҡкүл ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Василий Егорович ПРОКОПЬЕВты 88 йәш тулыуы айҡанлы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Уға иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек теләйбеҙ.
Эльвира МӨЛӨКОВА,
район ветерандар советы рәйесе.

Киноға йөрөйөк!
26 января 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Ниһайәт, красноусолдар өсөн рәхәтләнеп кинофильм-дар ҡарау форсаты асылды - уңайлы ултырғыстар, яҡшы сифатлы һүрәтләнеш, һәйбәт тауыш быға тулы мөмкинлек бирә.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 87 88 89 90 91 92 93 94 95 96