Урындағы үҙидара көнө
17 апреля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Район Хакимиәте башлығы Башҡортостан Республикаһы Президентының "2013 йылда Башҡортостан Республикаһында Урындағы үҙидара көнөнә арналған саралар үткәреү тураһында” ҡарарына ярашлы 21 апрелдә районда Урындағы үҙидара көнөнә арналған саралар үткәреү буйынса ҡарар ҡабул итте.

Ауылыбыҙ күркәмләнһен
10 апреля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе 5 апрелдән 31 майға тиклем ауыл биләмәһен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ иғлан итеүе тураһында ҡарар сығарҙы.

Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының 2013 йылдың 28 мартындағы 9-66з һанлы ҡарары менән раҫланды
06 апреля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Ғафури районы муниципаль район Советының 2010 йылдың 16 ғинуарындағы "Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының муниципаль милкендә булған һәм дәүләт милке сикләүе билдәләнмәгән ерҙәргә аренда хаҡын билдәләү тураһында” ҡарарына (Ғафури районы муниципаль район Советының 2011 йылдың 25 февралендәге 40-266з; 2012 йылдың 6 февралендәге 63-484з һанлы ҡарарҙары редакцияһында) индерелгән үҙгәрештәр.

2013-2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районында туризмды үҫтереү Программаһын раҫлау тураһында Муниципаль район Советы ҡарары
06 апреля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

"Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” 2003 йылдың 6 октябрендәге 131-ФЗ һанлы Федераль законға, "Рәсәй Федерацияһында туристлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәре тураһында” 1996 йылдың 24 ноябрендәге 132-ФЗ һанлы Федераль законға, "Башҡортостан Республикаһында туристлыҡ эшмәкәрлеге тураһында” 1997 йылдың 25 июлендәге 112-з һанлы Башҡортостан Республикаһы законына (2000 йылдың 23 июнендәге, 2002 йылдың 17 июнендәге, 2005 йылдың 23 июнендәге, 2007 йылдың 4 октябрендәге, 2009 йылдың 28 майындағы үҙгәрештәр менән) һәм Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы Уставына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарар итте:

Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының Муниципаль мөлкәте реестрын иҫәпкә алыу һәм алып барыу Положениеһын раҫлау тураһында Муниципаль район Советы ҡарары
06 апреля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының 2011 йылдың 30 авгусындағы "Урындағы үҙидара органдары тарафынан Муниципаль мөлкәт реестрын алып барыу тәртибен раҫлау тураһында” 424-се Бойороғона, "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” 2003 йылдың 6 октябрендәге 131-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы, БР Ғафури районы муниципаль районының торлаҡ булмаған фонд объекттары менән идара итеү һәм эш итеүҙе хоҡуҡи көйләүҙе яйға һалыу, һөҙөмтәлелеген күтәреү маҡсатында, БР Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарар итте:
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 91 92 93 94 95 96 97 98 99 ... 104