Табын

“Феникс йондоҙлоғо”
27 апреля 2018 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо уңайҙан район мәҙәниәт һарайында үткән сарала тамаша залы тамашасылар менән шығырым тулы ине. Шаршау асылыуға алып барыусылар Эльвира Хөснөтдинова менән Илшат Хәбибуллин сәхнәгә дәртле көйгә бейеп килеп сыҡты.

Бейеү байрамында районыбыҙҙың сәхнәһе йондоҙҙары – 6 бейеү коллективы: «Айгүзәл” (етәксеһе Айгөл Буранова) халыҡ бейеү ансамбле, «Быҙыбыт” (Илшат Хәбибуллин), «Эксклюзив” (етәк-селәре Эльвира Хөснөтдинова, Ольга Кирдеева), «Төлкәҫ” (А.Буранова) өлгөлө бейеү коллективтары, «Альянс” (Светлана Бакаева), «Эсперанто” (Айгөл Әбделмәнова) ба-
лалар бейеү ансамблдәре һәм сараның ҡунағы «Красноусол” халыҡ бейеү ансамбле (Замир Тайсин) иң сағыу номерҙары менән сығыш яһаны.

Кисәне халыҡ яратып өлгөргән «Башҡортостан гөлдәре” («Быҙыбыт” ансамбленең кесе төркөмө), «Вадря” («Быҙыбыт”, өлкән төркөм), «Шатлыҡ” («Айгүзәл”, кесе төркөм), «Башҡорт сувениры” («Төлкәҫ”, өлкән төркөм) һәм яңыраҡ ижад ителгән «Шаян сысҡандар” («Эксклюзив”, кесе төркөм), һинд бейеүе («Альянс”, өлкән төркөм), украин («Эсперанто”, өлкән төркөм), коряк («Төлкәҫ”, кесе төркөм), чечен («Айгүзәл”, өлкән төркөм) һәм башҡа бик күп бейеүҙәр биҙәне.

Тамашасы өсөн ҡыҙыҡлы һорауҙар, уйындар, татлы приздар ҙа булды был байрамда. Ансамблдәр генә түгел, ә уларҙың һәр береһе оҫта бейеүсе етәксе-хореографтар Э.Хөс-нөтдинова, А.Бура-нова, И.Хәбибуллин, С.Бакаева, О.Кирдеева, А.Әбделмәнова баш-ҡарыуындағы «Шаян
ҡыҙҙар” башҡорт бейеүенең премьераһы тамашасыны хайран ҡалдырҙы. Г.Ғәлиуллина һәм Р.Зәйнуллинаның «Йондоҙҙар ҡабыҙабыҙ” йыры тап уларға арналған кеүек булды. Ысынлап та, сәхнәлә сығыш яһаған йөҙәрләгән баланы бейеү серҙәренә өйрәткән хореографтарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Уларҙың барыһына ла мәҙәниәт бүлегенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Сара һуңында йылдың иң яҡшы бейеү коллективы һәм номинацияларҙа еңеүселәр бүләкләнде. «Йыл коллективы” исеменә «Эксклюзив” өлгөлө балалар бейеү коллективы лайыҡ булды. Ата-әсәләр ҙә байрамға буш ҡул менән килмәгән, ансамблдәр етәкселәрен сәскәләргә күмде, рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.